ДМИТРИЕВ Александр Семёнович (26.8.1912, Сембер губ. Ундора а. — 30.11.1983, Өфө), физиолог. Биол. ф. д‑ры (1951), проф. (1952). БАССР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1967). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1936). 1939 й. алып Красноярск пед. ин‑тының кеше анатомияһы һәм физиологияһы каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1946 й. башлап дир. урынбаҫары, 1948 й. — Коми пед. ин‑тының (Сыктывкар) дир. урынбаҫары һәм бер үк ваҡытта зоология каф. мөдире, 1953 й. — Ярославль пед. ин‑тының анатомия һәм физиология каф. мөдире. 1957—81 йй. БДУ‑ла: 1980 й. тиклем кеше һәм хайуандар физиологияһы каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1959—63 йй. фәнни эштәр б‑са проректор. Фәнни эшмәкәрлеге кешенең ваҡыт интервалына ҡарата шартлы рефлекстарын һәм уларҙы юғары нервы системаһы кимәлендә баһалау механизмдарын өйрәнеүгә, кеше һәм хайуандарҙың ваҡытта ориентирлашыуының физиол. механизмдары т‑дағы теория үҫешенә арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. СССР‑ҙың Бөтә Союз физиологтар йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе рәйесе (1960—80). 2‑се дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944, 1945) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Физиология высшей нервной деятельности. М., 1964.

Әҙәб.: Калимуллина Л.Б., Мочалов С.М. Александр Семёнович Дмитриев (1912—1983). Уфа, 1997.

Л.Б.Кәлимуллина

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика